Даирә
+21 °С
Болотло
Новости
24 Март 2025, 09:15

МХО-ла яугире район башлығынан әсәһенең хәлен белешеүен үтенгән

Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев «Сайга» позывнойлы МХО яугиренең әсәһе Фәриҙә Хәмзә ҡыҙының хәлен белешкән.

МХО-ла яугире район башлығынан әсәһенең хәлен белешеүен үтенгәнМХО-ла яугире район башлығынан әсәһенең хәлен белешеүен үтенгән
МХО-ла яугире район башлығынан әсәһенең хәлен белешеүен үтенгән

Яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылауҙы оҙатып килгән Илнур Иғдиевҡа шундай үтенесен белдергән.

«Беҙ, әлбиттә, был үтенесте иғтибарһыҙ ҡалдырманыҡ һәм байрам алдынан уға ҡунаҡҡа барҙыҡ. Яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланыҡ, сәй табыны артында тормош тураһында һөйләштек, көнкүреш ауырлыҡтарын нисек хәл итеүен белдек. Фәриҙә Хәмзә ҡыҙы шулай уҡ уй-хәсрәттәре менән уртаҡлашты, улының илебеҙ мәнфәғәте өсөн хеҙмәт итеүенә ҡыуаныуын да йәшермәне. Уға һәр килеп тыуған мәсьәләләрҙә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙек. Сөнки яугирҙәребеҙ өйҙә барыһы ла яҡшы икәнен белһә, ныҡлы ышаныс менән алыша», — тип яҙа Илнур Иғдиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-03-06/uchastnik-svo-poprosil-glavu-rayona-bashkirii-navestit-ego-mamu-4147799

Автор:
Читайте нас