Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
24 Март 2025, 08:53

Башҡортостан Башлығы «Хәүефһеҙ интернет лигаһы» директоры менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Хәүефһеҙ интернет лигаһы» директоры Екатерина мизулина менән осрашты.

Башҡортостан Башлығы «Хәүефһеҙ интернет лигаһы» директоры менән осраштыБашҡортостан Башлығы «Хәүефһеҙ интернет лигаһы» директоры менән осрашты
Башҡортостан Башлығы «Хәүефһеҙ интернет лигаһы» директоры менән осрашты

Республика етәксеһе үҙенең телеграм-каналында билдәләүенсә, Екатерина Мизулина – ысын көрәшсе, уның үҙ фронт һыҙығы – интернет һәм социаль селтәрҙәре бар.

«Социаль селтәрҙәр бик яҡшы, әлбиттә, шул уҡ ваҡытта уның зыяны ла бар. Унда деструктив контент, ялған мәғлүмәттәр, мутлашыусылар күп. Екатеринаның һәм уның командаһының төп бурысы – ошондай күренештәрҙе асыҡлау һәм язаға тарттырыу», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфөгә «Хәүефһеҙ интернет лигаһы» директоры Екатерина Мизулинаның килеүе тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-21/glava-bashkirii-rasskazal-o-direktore-ligi-bezopasnogo-interneta-4167205

Автор:
Читайте нас