Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
20 Март 2025, 06:26

Юбилей миҙалдары тапшырылды

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары илебеҙгә ҙур ҡайғы-хәсрәт, күп ҡорбандар һәм күҙ йәштәре алып килде. Дәһшәтле йылдар артта ҡалһа ла, уның шауҡымы һаман да күптәрҙең яҙмышында сағыла. Беҙ бер ҡасан да яу яланын үткән геройҙарыбыҙҙы, хеҙмәт ветерандарын һәм тыл хеҙмәтсәндәрен онотмайбыҙ һәм улар менән һәр саҡ ғорурланабыҙ.

Юбилей миҙалдары тапшырылдыЮбилей миҙалдары тапшырылды
Юбилей миҙалдары тапшырылды

Ошо көндәрҙә Иҫке Бәпес ауылы биләмәһе хакимиә­те башлығы Азамат Ғәйфул­лин изге теләктәренә ҡушып, яҡташтарыбыҙға – хеҙмәт уҙа­мандары, тыл хеҙмәтсәндәре Рауил Хәлитовҡа, Ҡасим Яҡу­повҡа, Рабиға Хәбибуллинаға, Наҙия Хәсәноваға “Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы” юбилей миҙалда­рын һәм бүләктәр тапшырҙы. Башҡортостан Республикаһы­ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Муса улы­ның өҙҙөрөп баянда уйнауы­на ҡушылып, беҙ, Иҫке Бәпес ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәт­кәрҙәре, хөрмәтле ветерандарға хәрби йырҙар ҙа бүләк иттек. Улар үҙҙәре лә беҙгә ҡушылып йырланы һәм оло хөрмәт күрһә­теүселәргә ихлас рәхмәттәрен белдерҙе.

- Аттар егеп, Ҡарлыман ауылы ағайҙарын 1941 йылдың сентябрендә Ҡарлыман станци­яһына һуғышҡа оҙаттылар. Ат­тар күп булғас, беҙ – ун йәшлек балалар ҙа ултырып барҙыҡ. Бер кеше иламаны, барыһы ла йырлап-бейенеләр. Ғаиләлә иң оло бала булараҡ, миңә үҙем­дең ике туған ағайымдарҙы ла һуғышҡа оҙатырға тура кил­де. Һуғыш йылдарында беҙҙең кеүек балаларҙың барыһы ла йәй буйы баҫыуға иген утарға йөрөнө. Ныҡ ауыр эштәрҙе ба­лаларға ҡушырға тырышманы­лар, - тигән хәтирәләре менән бүлеште Наҙия Хәсәнова. Яҡташтарыбыҙҙың барыһына ла тыныс күк йөҙө, иҫәнлек- һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләй­беҙ.

Гөлназ ҒАФФАРОВА. Иҫке Бәпес ауылы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы.

Юбилей миҙалдары тапшырылды
Юбилей миҙалдары тапшырылды
Автор:
Читайте нас