Даирә
+21 °С
Болотло
Новости
9 Март 2025, 09:28

Социаль контракт төҙөгәндә өҫтөнлөк бирелә

Ишле ғаиләләр, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре социаль контракт формаһында дәүләт ярҙамы күрһәтелгәндә өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә. Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин тейешле ҡарарға ҡул ҡуйған.

Социаль контракт төҙөгәндә өҫтөнлөк биреләСоциаль контракт төҙөгәндә өҫтөнлөк бирелә
Социаль контракт төҙөгәндә өҫтөнлөк бирелә

Ошондай ярҙам юллаған ваҡытта уларҙың йән башына уртаса килемен иҫәпләгәндә берҙәм пособие индерелмәй, тип асыҡлыҡ индерҙе Мишустин һәм йыл һайын өҫтәмә рәүештә 118 мең самаһы социаль контракт төҙөргә мөмкинлек бирергә тейешлеген билдәләне.

Дәүләт башлығы Владимир Путин берҙәм пособиены социаль контракт нигеҙендә дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн ғаиләнең йән башына уртаса килемен иҫәпләгәндә иҫәпкә алынған килемдәр исемлегенән төшөрөп ҡалдырырға ҡушты. Ошондай контракт ярҙамында аҙ килемле граждандар яңы эш табыу, үҙ эшен асыу, шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереүгә аҡса алыу өсөн ҡайтанан уҡып сығырға, квалификацияһын күтәрергә мөмкин.

Министрҙар кабинеты етәксеһе билдәләүенсә, социаль контракттар үҙҙәренең һөҙөмтәлелеген раҫлай. Алдағы алты йылда төбәктә уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса сығымдарҙы берлектә финанслауға кәмендә 100 миллиард һум алырға тейеш.

Башинформ хәбәр иткәнсә, яҡташыбыҙ социаль контракт ярҙамында бизнес-проектын ғәмәлгә ашырған.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-02-24/mnogodetnye-semi-uchastniki-svo-poluchat-prioritet-na-poluchenie-sotskontrakta-4134836

Автор:
Читайте нас