Быйыл Мәләүездә, Нефтекамала һәм Белоретта “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаттарына һәм бурыстарына ярашлы йәмәғәт урындары төҙөкләндереләсәк.
Мәләүез ҡалаһында яугир-интернационалистар һәйкәле урынлашҡан Дан бульвары яңыртыласаҡ. Эштәр барышында белгестәр иҫке тротуар плитәһен, бәләкәй архитектура формаларын алмаштырасаҡ, шулай уҡ эргә-тирәләге биләмәне йәшелләндерер тип көтөлә.
Нефтекамала төҙөкләндереү эштәре Йәштәр йорто алдындағы биләмәгә ҡағыла. Төп бурыс – ял итеү һәм күңел асыу өсөн уңайлы булған ҡала мөхитен булдырыу. Проектланған участка функциональ зоналар һәм арт-объекттар менән байытыласаҡ.
Белоретта Еңеү паркына яҡын территорияны төҙөкләндереү барышында йәш быуынды патриотик тәрбиәләүгә йүнәлтелгән саралар комплексы тормошҡа ашырыласаҡ. Асыҡ һауалағы хәрби техника экспозицияһы үҙәк урынды биләйәсәк.
2025 йылда республикала бөтәһе 94 объектты төҙөкләндереү планлаштырыла. Улар араһында 35 парк һәм сквер, 30 йәйәүлеләр зонаһы һәм аллеяһы, ике майҙан, туғыҙ яр буйы һәм башҡа киңлектәр бар.
“Тормош өсөн инфраструктура“ милли проектының маҡсаты – ауылдарҙы комплекслы үҫтереү. Был – торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу. Билдәле булыуынса, “Тормош өсөн инфраструктура“ (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Башинформ (Валерий Шахов)