Даирә
+21 °С
Болотло
Новости
6 Март 2025, 10:25

Был уҡыу эш һөҙөмтәһенә ыңғай тәьҫир итә

Башҡортостан предприятиелары етәкселәре «Производство лидерҙары» программалары буйынса уҡый ала. 

Был уҡыу эш һөҙөмтәһенә ыңғай тәьҫир итәБыл уҡыу эш һөҙөмтәһенә ыңғай тәьҫир итә
Был уҡыу эш һөҙөмтәһенә ыңғай тәьҫир итә

«Производство лидерҙары» кадрҙар әҙерләү программаһы старт алды. Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының Бөтә Рәсәй тышҡы сауҙа академияһының Етештереүсәнлекте арттырыу үҙәге «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проектының (нацпроект «Эффективная и конкурентная экономика») «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» федераль проекты сиктәрендә ғаризалар ҡабул итә башланы. Федераль бюджет иҫәбенә 2025 йылға 2100 кеше, шул иҫәптән Башҡортостан предприятиелары вәкилдәре үҙ квалификацияһын күтәрә ала.

– «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты 10 мең компания етәксеһенең квалификацияһын күтәрҙе. Был эш федераль проект сиктәрендә дауам итәсәк, – тип һөйләне Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Морат Керефов.

Башҡортостан «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашыусылар һаны буйынса бер нисә тапҡыр лидер иҫәбенә инде. Был уҡытыу программалары республика предприятиелары вәкилдәренә етештереүсәнлек өлкәһендә үҙ квалификацияһын күтәрергә һәм производстволар өсөн яңы үҫеш нөктәләрен табырға ярҙам итәсәк.

– Биш йылда Башҡортостандың 292 предприятиеһы программа буйынса уҡып сыҡты. 80 процент самаһы идарасылар үҙ эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге артыуын билдәләй, ә яҡшыртыу буйынса проекттар индергән предприятиеларҙың 77 проценты реаль иҡтисади һөҙөмтә алды, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов.

Фото: pravitelstvorb.ru

https://bashgazet.ru/news/milli-proekttar/2025-03-06/byl-u-yu-esh-mt-en-y-ay-t-ir-it-4146888

Автор:
Читайте нас