Даирә
+21 °С
Болотло
Новости
26 Февраль 2025, 16:35

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Рәсәй Президенты Владимир Путин, ил Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлауҙар ебәргән.

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!
Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Рәсәй Президенты Владимир Путин, ил Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлауҙар ебәргән.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә ебәрелгән ҡотлауында түбәндәге юлдар бар: “Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым! Был байрам илебеҙҙә һәр ваҡыт ата-бабаларыбыҙҙың еңеүҙәргә һәм яуҙағы ҡаһарманлыҡҡа сикһеҙ хөрмәте билдәһе кеүек билдәләнә. Был Ватанға тоғро хеҙмәттең тарихи өҙөлмәҫ бәйләнештәренең, атай йортона ысын һөйөү Рәсәйҙең дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек, Тыуған илебеҙҙең азатлығы һәм бойонодороҡһоҙлоғо өсөн алышҡан яугирҙәрен илһамландыра. Һеҙгә уңыштар һәм иң яҡшы теләктәр!

Владимир Путин”.

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡотлау ебәргән. Унда түбәндәгеләр яҙылған:

“Хөрмәтле Радий Фәрит улы!

Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым. Бөгөн беҙҙең Ҡораллы Көстәрҙең Тыуған илебеҙ азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн хәрби яуҙағы бөйөк еңеүҙәрен иҫкә алабыҙ. Һәм айырыуса рәхмәт менән был көндә Тыуған илебеҙгә сикһеҙ тоғро булғандарҙы, уның хәүефһеҙлеге һәм биләмә бөтөнлөгө һағында тороусыларҙы, Рәсәй суверенитетын һәм бөйөклөгөн нығытыусыларҙы, яңы быуындар өсөн киләсәкте тәьмин итеүселәрҙе тәбрикләйбеҙ.

 Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға уңыштар, сәләмәтлек, именлек теләйем.

Михаил Мишустин”.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтан да ҡотлау килде. Унда ошолай тиелгән:

“Хөрмәтле Волга буйы федераль округында йәшәүселәр!

Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым! Был – ҡаһарманлыҡ, Тыуған илгә тоғролоҡ байрамы. Һәм хәҙер айырыуса ваҡытта билдәләйбеҙ – 2025 йыл Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан Ватан һаҡлаусылар йылы һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнә. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, хәрби-интернационалистарға, “ҡыҙыу нөктә”ләр ветерандарына, әле стройҙа һәм запаста булғандарға хөрмәт, рәхмәт белдерәбеҙ.

Волга буйы федераль округында фиҙакәр хеҙмәте, һәләте һәм тоғролоғо менән Рәсәй бөйөклөгөн һәм байлығын арттырған, оборонаһын һәм хүефһеҙлеген тәьмин иткән кешеләр – илһөйәрҙәр – йәшәй.

Айырыуса рәхмәт һүҙҙәре, әлбиттә, махсус хәрби операция зонаһындағы үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, ҙур илебеҙҙең милли ҡыҙыҡһыныуын яҡлаған яугирҙәргә. Егеттәребеҙгә ярҙам иткән ирекмәндәргә рәхмәт, гуманитар йөк йыялар, ярҙам итәләр.

Дуҫтар, ныҡлы сәләмәтлек, тыныслыҡ, именлек һәм изгелек теләйем. Алғы һыҙыҡтағыларға – рух ныҡлығы һәм тиҙерәк өйҙәренә еңеү менән ҡайтһындар! Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Игорь Комаров”.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2025-02-23/vatandy-a-lausylar-k-n-men-n-4133378

Автор:
Читайте нас