Рәсәй Федерацияһында бихисап өҫтөнлөклө милли проекттар уңышлы бойомға ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостан етәкселеге лә был тармаҡҡа айырыуса етди иғтибар бүлә, милли проекттар нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.
Башҡортостанда Хөкүмәт ултырышында, республикабыҙҙың Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә, беҙҙә уңышлы тормошҡа ашырылған милли проекттарҙың үтәлешенә йомғаҡ яһалды.
Шул иғтибарға лайыҡ, һуңғы алты йылда Башҡортостанда 14 милли проект (за последние шесть лет 14 национальных проектов) эсендә 49 төбәк проекты бойомға ашырылған. Андрей Назаров билдәләүенсә, ошо проекттарҙың барыһы ла тормоштағы иң мөһим йүнәлештәрҙе үҙенең эсенә алған, ә финанслауға килгәндә, ул 214 миллиард һумды тәшкил иткән.
– Беҙ алдыбыҙға ҡуйылған барлыҡ маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы үтәүгә өлгәштек, – тине Андрей Геннадьевич. – Һүҙ ҙә юҡ, республикабыҙҙа йәшәгән һәр кешенең тормош-көнкүреш сифатын яҡшырттыҡ. Әлбиттә, был йүнәлештә эште артабан да дауам итәсәкбеҙ.
Мөһим милли проекттарҙың береһе – "Хеҙмәт етештереүсәнлеген яҡшыртыу" (национальный проект "Повышение производительности труда"). 2019 йылда Башҡортостан ете пилот төбәге булған. Республикабыҙҙа ошо милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн бар уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған. Предприятиеларға адреслы ярҙам күрһәтеү маҡсатында беҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә төбәк компетенциялар үҙәге төҙөлгән.
Бынан тыш "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты ла (Национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") бик уңышлы тормошҡа ашырылған, уның сиктәрендә өс төбәк проекты – "Үҙмәшғүлдәргә ярҙам", "Еңел старт" һәм "Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының акселерацияһы" булдырылған. Дөйөм суммаһы – 4,7 миллиард һум, шуның 4,4 миллиард һумы федераль бюджетан финансланған. Мәғлүмәт-консультация һәм белем биреү хеҙмәттәре тарафынан биш меңдән ашыу гражданға ярҙам күрһәтелгән.
Башҡортостанда 2002 йылдан алып "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты (национальный проект "Туризм и индустрия гостеприимства") бойомға ашырылған, уның сиктәрендә "Туристик индустрияны үҫтереү" һәм "Туристар аҙыҡ-түлегенең сифатын күтәреү" тигән төбәк проекттары булдырылған. Уларға 1,8 миллиард һум аҡса бүленгән, шул иҫәптән, 1,7 милиард һум – федераль бюджеттан.
Шулай уҡ "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") һәм бүтән милли проекттар ҙа уңышлы тормошҡа ашырылған.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-02-14/milli-proekttar-yar-am-a-ashy-a-4122935