Уңышһыҙлыҡтар алдында баш эймә. Кәрәк икән, бер үк эшкә йөҙ тапҡыр яңынан тотон.
Генри Форд
Ниндәй генә мәсьәлә килеп тыуһа ла, һәр кешегә ике генә юл бирелә - хәл итергә йә итмәҫкә. Итеп була икән - итегеҙ ҙә онотоғоҙ. Итеп булмай икән - ебәрегеҙ. Ваҡыт үҙ урынына ҡуйыр.
Далай Лама
Һәр нәмәнен үҙ ваҡыты. Нисек кенә һәләтле һәм тырыш булһағыҙ ҙа, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе сисер өсөн ваҡыт талап ителә. Күпме генә теләһәң дә бит бала һиңә кәрәк ваҡытта тыумай.
Уоррен Баффет
Мөмкинселектәрҙән ваҡытында файҙалана белергә кәрәк.
Марк Твен
Күп кешенең төп бәләһе - берәй эш килеп сыҡмаһа, тиҙ генә ҡул һелтәү. Был, бәлки, ялҡаулыҡтан киләлер.
Томас Эдисон
Иртәнсәк уяныу менән үҙеңә: «Бөгөн мин нимәләр эшләргә тейеш?», йоҡлар алдынан: «Бөгөн мин нимәләр эшләнем?» тигән һорауҙарҙы бирергә кәрәк.
Пифагор
"Иртәгә" һүҙен күп ҡулланған кеше бер ҡасан да бәхетле һәм уңышлы булмаясаҡ.
Роберт Кийосаки
Миңә кәрәк икән, мин булдырам.
Генри Форд
Минең бер ҡасан да еңелгәнем һәм отолғаным юҡ. Минең уңышһыҙлыҡтарым ул уңышҡа илтеүсе юлдар.
Томас Эдисон
Ауыр эш ул бик күп еңел эштәр йыйылмаһы. Ошо хаҡта уйлап ҡарағыҙ әле.
Джон Максвелл
Үҙеңде үҙгәртмәйенсә тормошто үҙгәртеп булмай.
Джим Рон
Был тормошта бер нәмәгә инандым - дөрөҫ юл һайларға, һәм шул юлдан ситкә тайпылмаҫҡа.
Ричард Бренсон
Башҡалар атҡара алмаҫтай эште һин бөгөн башҡар. Уңышлы булайым тиһәң, кешеләрҙән бер аҙымға алдан барыу шарт.
Джаред Лето