Эштән ҡайтышлай эргәләге супермаркеттан тауар һатып алған инем, сифатһыҙ булып сыҡты. Ҡабаланғаным өсөн үҙемде лә әрләйем, сифатһыҙ тауар һатҡан һатыусыларға ла йән көйә...
Рәлиә.
Өфө ҡалаһы.
– Һатып алған тауарығыҙ сифатһыҙ булып сыҡһа һәм әлеге ваҡытта уның хаҡы һатып алған ваҡыттағынан ҡиммәтерәк булһа, һатыусы ниндәй сумманы кире ҡайтарырға тейеш? “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре ошо хаҡта түбәндәге аңлатманы бирҙе.
Закон буйынса сифатһыҙ тауарҙы кире ҡайтарған осраҡта һатып алғандағы хаҡ менән әлеге мәлдәге хаҡ айырмаһын да ҡаплауҙы талап итә алаһығыҙ. Әгәр тауарҙы кредитҡа алған булһағыҙ, һатыусы түләнгән проценттарҙы һәм килешеү буйынса башҡа түләүҙәрҙе ҡапларға бурыслы.
Шул уҡ ваҡытта, әгәр тауарығыҙҙы икенсе маркалы (модель, артикул) шундай уҡ тауарға алмаштырырға ҡарар итһәгеҙ, һеҙгә айырманы өҫтәп түләргә тура киләсәк.
Әгәр һатыусы хаҡ айырмаһын кире ҡайтарыуҙан баш тартһа, +7 (800) 775-01-70 телефоны буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш”кәмөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Шылтыратыу бушлай.
“Ҡыҙыу бәйләнеш”тең эш ваҡыты:
*дүшәмбе – кесе йома — Өфө ваҡыты буйынса иртәнгеи сәғәт 10-дан 17:00 сәғәткә тиклем;
* йома — иртәнге сәғәт 10:00-дан 15:00 сәғәт 45 минутҡа тиклем;
* тәнәфес — сәғәт 12-нән 12:00 сәғәт 45 минутҡа тиклем.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2025-02-10/g-r-tauar-sifat-y-ik-n-4115306