+24 °С
Ямғыр
Башҡортостандың халыҡ артисы, популяр композитор Рөстәм Ғиззәтуллин ғаиләһендә оло юғалтыу. Уның әсәһе Гөлнур ханым Ғиззәтуллина вафат булған. Был хаҡта йырсы үҙе социаль селтәрҙә хәбәр иткән.
Гөлнур ханым үҙе лә ижад кешеһе булған. Ул - бик күп йырҙар, хикәйәләр авторы.
Мәрхүмәне иртәгә тыуған яғы Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылында һуңғы юлға оҙатасаҡтар.
Беҙ ҙә йырсының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм уға сабырлыҡ, түҙемлек теләйбеҙ!
Фото: "Интертат".