2024 йылда Башҡортостанда “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә урмандарҙы тергеҙеү эше 16 мең гектарҙан ашыу майҙанда башҡарылған. Был ҡырҡылған урмандар майҙанынан 18 процентҡа күберәк.
Башҡортостан ултыртылған урмандар майҙаны буйынса Волга буйы федераль округында лидер булып тора. Был эштә барлыҡ халыҡ әүҙем ҡатнаша. 2024 йылда республика “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә ултыртылған ағастар һаны буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урынды алды. Ә “Урманды һаҡлайыҡ” көҙгө акция йомғаҡтары буйынса Башҡортостан илдең урмандарҙы тергеҙеү буйынса иң яҡшы 10 төбәге иҫәбенә инде.
– Урмансыларҙы үҫентеләр менән тәьмин итеү өсөн 2024 йылда республикала дүрт тонна самаһы орлоҡ әҙерләнгән, шул иҫәптән 320 килограмы - яҡшыртылған нәҫелдән килгән орлоҡтар. Йыл һайын республикала төп хужалыҡ ҡиммәтле тоҡомло 50 миллионға яҡын үҫенте үҫтерелә. Был бөтә республика урман ҡулланыусыларының ихтыяжын тулыһынса ҡаплай һәм ултыртыу материалдарын күрше төбәктәргә һатыуҙы ойошторорға мөмкинлек бирә, - тип билдәләне Башҡортостандың урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Алла Аникина.
2025 йылда яңыртылған “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты яңы “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) сиктәрендә урмандарҙы тергеҙеү эштәре дауам ителәсәк.
“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй һәм уны халыҡ өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы ташлауҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Урман хужалығы министрлығы.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-02-04/ura-k-ber-k-ultyrta-bashlany-4107534