Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль , 12:20

Конкурста еңеүҙәрен теләйбеҙ

Ҡарлыман ауыл Советының “Олокүл” территориаль ижтимағи үҙидараһы “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса дөйөм йыйылышы уҙҙы.

Конкурста еңеүҙәрен теләйбеҙ
Конкурста еңеүҙәрен теләйбеҙ

Олокүл мәҙәниәт йортоноң акттар залы тулы ине. Был халыҡ өсөн “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыуҙың ни тиклем мөһим булыуы тураһында һөйләй.
Сарала хакимиәт башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Илфат Хәмитов ҡатнашты. Ул “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы урындарҙа мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә, тип аңлатты.
- Был программа тураһында һәр кем белә. Был конкурста торлаҡ пункттарҙа йәшәүселәр ҡатнаша. Программа ярҙамында улар иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл итәләр, - тиде Илфат Йәүҙәт улы.
Йыйылыусылар йыйылыштың рәйесе һәм уның секретарын һайланылар.
Ҡарлыман ауыл Советы рәйесе Азат Әхмәтйәнов программаның мөмкинлектәре, бары тик бер проект өсөн генә тауыш бирергә мөмкин булыуы, ә еңеүсе тип күпселек тауыш йыйған проект таныласаҡ, тип һөйләне.
Тауыш биреүгә “Олокүл ауылындағы мосолман зыяратын ҡойма менән әйләндереп алыу” һәм “С.Юлаев урамын яҡтыртыу” кеүек ике проект тәҡдим ителде. Йыйылыусылар күбеһе зыяратты ҡоймалап алыу өсөн тауыш бирҙе.
- Ауыл биләмәһе бюджетынан субсидияның 15 проценты бүлеп биреләсәк. Халыҡтан йыйыласак финанслауҙың минималь проценты һигеҙ проценттан башлана. Безгә дөйөм финанслау кимәлен билдәләргә кәрәк, - тине Азат Марат улы.
Йыйылыусылар дөйөм сумманың 12 процентын йыйырға тигән ҡарарға килде.
Алдан үткәрелгән йыйылышта инициатив төркөмгә Раил Фатихов, Фидалия Садиҡова, Радик Сабагинов, Риф Яппаров, Таһир Әрҙәширов, Рәзил Хөсәйенов һайланды. “Олокүл” территориаль ижтимағи үҙидара рәйесе Раил Фатихов аҡса янға ҡалған осраҡта ҡалған аҡсаларҙы ҡулланыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләне.
“Олокүл” территориаль ижтимағи үҙидара артып ҡалған осраҡта, аҡсаны “Олокүл ауылындағы мосолман зыяратын ҡоймалау” проектын яҡшыртыуға йүнәлтергә ҡарар итте.
Олокүл халҡына конкурста еңеүселәр теләйбеҙ.
Юлия СОЛТАНОВА.

Автор:
Читайте нас: