Даирә
+21 °С
Облачно
Новости
29 Января 2025, 09:47

Эшҡыуарҙарға ҡорамал алырға ярҙам иттеләр

Бизнес-шәриф эшҡыуарҙарға Төбәк лизинг компанияһына заявка ебәрергә кәңәш итте.

Иглин районы эшҡыуарҙары Айнур Хәкимов һәм Тимур Ҡадиҡов эштәрен дауам итеү өсөн дәүләт ярҙамы алды. Район хакимиәтенең "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә клиника хужалары хеҙмәт төрҙәрен арттырыу идеяһы менән сығыш яһаны. Бының өсөн өҫтәмә медицина ҡорамалы кәрәклеген белдерҙеләр. Бизнес-шәриф уларға Төбәк лизинг компанияһына заявка ебәрергә кәңәш итте.

Яңы ҡорамалдың дөйөм хаҡы 1,9 миллион һум тәшкил итте. Эшҡыуарҙар 300 мең һум күләмендә тәүге иғәнәне индерә, ҡалған сумманы 48 айға лизингҡа бирәләр. Яңы ҡорамал процедураларҙы сифатлы һәм уңайлы үткәрергә ярҙам итәсәк.

– Эшҡыуарҙар артабан бизнесты үҫтереү, яңы эш урындары булдырыу өсөн  план ҡора. Һәр проектты хәл итеү өсөн  яраҡлы юлдар эҙләйбеҙ, дәүләт ярҙамы саралары буйынса консультациялар үткәрәбеҙ, – ти райондың бизнес-шәрифе Венера Нуриәхмәтова.

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" – “Тәьҫирле һәм конкуренцияға һәләтле  иҡтисад” (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проектына ярашлы, бизнесҡа ярҙам итеүҙең бер формаһы. Яңы “Тәьҫирле һәм конкуренцияға һәләтле иҡтисад” проекты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә йоғонто яһаясаҡ, уның өсөн сәнәғәт, техно- һәм бизнес парктары инфраструктураһын киңәйтәсәк.

Һәр кем “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә үҙенең бизнес-проекты менән сығыш яһай ала. Былтыр райондарҙа 3 302 тапҡыр ошондай сара үткән һәм дүрт меңдән ашыу проект ҡаралған.

 Фото: https://vk.com/mptrb2022

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-01-28/esh-yuar-ar-a-oramal-alyr-a-yar-am-ittel-r-4099260

Автор:
Читайте нас