Даирә
+21 °С
Болотло
Новости
28 Ғинуар 2025, 09:59

Мөкиббән китеп сериал ҡарап аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмағыҙ!

Телесериалға, уның геройҙарына үтә ныҡ ышанып, бәләгә тарыуығыҙ бар...

Мөкиббән китеп сериал ҡарап аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмағыҙ!Мөкиббән китеп сериал ҡарап аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмағыҙ!
Мөкиббән китеп сериал ҡарап аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмағыҙ!

Ғафури районынан 48 йәшлек ҡатын күрәҙәсе тураһындағы телесериалға шул тиклем ышана ки, хатта тормошта уның персонажын эҙләп табырға булып китә. Социаль селтәрҙә фильмдағы ише исемле аккаунтты таба һәм уға үҙенең проблемаларын һөйләй. Матди тотороҡлолоҡ вәғәҙә иткән мутлашыусы ҡатындан банк картаһының ике яғын да фотоға төшөрөп ебәреүҙе, мобиль банк ҡушымтаһының паролен әйтеүҙе һорай. Ышаныусан яҡташыбыҙ уның талаптарын үтәй, һөҙөмтәлә иҫәбендәге бөтә аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. 

Апайҙар, һеңлеләр, сериалдағы тормош ни тиклем генә ылыҡтырғыс булмаһын, фильмдар - художестволы сәнғәт. Ул тотошлай уйҙырма тарих булырға мөмкин, ә ерлеге ысынбарлыҡтан алынған булһа ла, сюжетҡа уйлап сығарылған геройҙар, эпизодтар индереп ебәрелә. Һәр нәмәгә башкөллө ышанырға ярамай. 

Һаҡ булығыҙ, хәҙер мутлашыусылар ниндәй генә хәйләләр уйлап сығармай. Берүк пароль-логиндарҙы, телефонға килгән смс-код һандарын, банк картаһы мәғлүмәттәрен ситтәргә хәбәр итмәгеҙ!

Фото: фильмдан скриншот. 

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2025-01-28/m-kt-pk-u-yr-a-bar-ansy-u-eshl-p-b-yl-p-key-4099396

Автор:
Читайте нас