Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
12 Ғинуар 2025, 11:35

Дүрт тонна ағас орлоғо тупланған

Улар урмандарҙы тергеҙергә ярҙам итер.

Дүрт тонна ағас орлоғо тупланғанДүрт тонна ағас орлоғо тупланған
Дүрт тонна ағас орлоғо тупланған

Былтыр “Экология” милли проекты буйынса (национальный проект “Экология”) Башҡортостандың урман хужалыҡтарында дүрт тонна тирәһе ҡарағай, шыршы һәм башҡа ағас орлоҡтары әҙерләнде, тип хәбәр итә республиканың Урман хужалығы министрлығы.

- 2024 йылда төбәктең урман хужалыҡтарында дүрт тонна тирәһе урманды тәшкил итеүсе төп тоҡом ағас орлоҡтары әҙерләнде. Шул иҫәптән 2,5 тонна ҡарағай, 455 килограмм шыршы орлоғо тупланды. Шулай итеп был күрһәткес буйынса план 124 процентҡа үтәлде, - тиелә хәбәрҙә.

Орлоҡтар август, сентябрҙә өлгөрә. Артабан тубырсыҡтарҙы йыйыу миҙгеле башлана. Уларҙы киптереү камераларына урынлаштыралар. Аҙаҡ орлоҡтарын алып сифат класын билдәләйҙәр.

Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов һүҙҙәренә ҡарағанда, 2025 йылдың яҙында орлоҡтар урман питомниктарына сәселәсәк. Ике йылдан үҫентеләр урман тергеҙеүҙә, “Хәтер баҡсаһы”, “Урманды һаҡлайыҡ” акцияларында ҡулланыласаҡ.

“Экология” милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәһен күтәреүгә, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен ныҡлы кәметеүгә  йүнлтелгән. 2025 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән Рәсәйҙә яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-01-12/d-rt-tonna-a-as-orlo-o-tuplan-an-4080771

Автор:
Читайте нас