2003 йылда Дүртөйлө районынан Ринат Сәхибзадин шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлә. Ул районда беренселәрҙән булып көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙар һатыу буйынса магазин асҡан, һуңынан - йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһын , колбаса изделиелары һәм ярымфабрикаттар етештереүҙе ойошторған, шулай уҡ кондитер цехын эшкә ҡушҡан.
Эшҡыуарлыҡ - ул ҙур бәхет һәм оло яуаплылыҡ, тип иҫәпләй Ринат Сәхибзадин. Ул яңы идеялар индереп һәм ҡулланыусыларға арзан хаҡҡа сифатлы һәм тәбиғи продукция тәҡдим итеп, үҙ эшен даими үҫтерергә ынтыла.
Райондың бизнес –шәрифе Гөлнара Кашаева белдереүенсә, Ринат «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашҡан, унда уға консультация, методик һәм финанс ярҙамы күрһәтелгән. «Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү» муниципаль программаһы сиктәрендә ул 2021-2024 йылдарҙа финанс ярҙамы алған.
Сәхибзадин компанияһы 2024 йылдың 28-30 ноябрендә Өфөлә үткән «Беҙҙең бренд» халыҡ-ара аҙыҡ-түлек фестивалендә һәм махсуслаштырылған күргәҙмәлә ҡатнашҡан. Сараға Рәсәйҙең 15 төбәгенән, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек тармағы вәкилдәре йыйылған. 150-нән ашыу компания үҙ продукцияһын тәҡдим иткән.
Предприятие продукцияһы иң яҡшыларҙың береһе тип танылған һәм диплом, шулай уҡ «Беҙҙең бренд» көмөш миҙалын а лайыҡ булған. Был ҡаҙаныш компанияға үҙ продукцияһын маркировкалау өсөн сифат билдәһен файҙаланыу хоҡуғын биргән.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмөнән
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-01-07/esh-yuar-bulyu-ur-b-het-4075735