Даирә
+21 °С
Болотло
Новости
6 Ғинуар 2025, 17:24

"Дрон" яҡташтарын Яңы йыл менән ҡотлай

Ул - Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе Башҡортостан батальонының автомобиль отделениеһы командиры. 

"Дрон" яҡташтарын Яңы йыл менән ҡотлай"Дрон" яҡташтарын Яңы йыл менән ҡотлай
"Дрон" яҡташтарын Яңы йыл менән ҡотлай

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир, Башҡортостан халҡын Яңы йыл менән ҡотлап, байрам сәләме ебәргән.

Ул Кушнаренко районынан, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге  беренсе Башҡортостан батальонының автомобиль отделениеһы командиры. ”Дрон” позывнойлы яугир махсус хәрби операция зонаһынан республика халҡына Яңы йыл ҡотлауҙары менән мөрәжәғәт иткән. Видеомөрәжәғәтте журналист Ильяс Батыргәрәев үҙенең телеграм-каналында  урынлаштырған. ”Дрон” хәрби хеҙмәтенең нисек барыуы хаҡында һөйләп, Башҡортостан халҡына гуманитар йөктәрҙе даими ебәреп тороуҙары, яугирҙәрҙе бөтә кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеүҙәре өсөн ҙур рәхмәт белдергән. Хәрби шарттарҙа берҙәмлек, ярҙамсыллыҡ  һәм мәрхәмәтлектең нисек асыҡ сағылыуы хаҡында ла һөйләгән. Яугир еңеүҙең мотлаҡ беҙҙең яҡта булыуына ышана һәм яҡташтарына һаулыҡ, сабырлыҡ теләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә Өфө ҡалаһы бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен 300 меңдән 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡтар ҙа контрактсыларға ошо сумманы түләйәсәк. Шулай итеп, эш хаҡын иҫәпкә алғанда, түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 3 825 000 һум тәшкил итәсәк.

Фото:Ильяс Батыргәрәевтең телеграм-каналы.

https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2024-12-25/yaugir-ya-tashtaryn-ya-y-yyl-men-n-otlay-4066028

Автор:
Читайте нас