Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
30 Декабрь 2024, 06:52

Уңыштарығыҙ менән ҡотлайбыҙ

Уңыштарығыҙ менән ҡотлайбыҙСер түгел, конкурс, олимпиада, викторина һәм башҡа интеллектуаль һынауҙар иң һәләтле балаларҙы асыҡлап ҡына ҡалмай, уларҙың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә.

Уңыштарығыҙ менән ҡотлайбыҙУңыштарығыҙ менән ҡотлайбыҙ
Уңыштарығыҙ менән ҡотлайбыҙ

Яңы йыл алдынан район хакимиәтендә Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль этабында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы нәҡ шундай маҡсатҡа ирешеүсән, амбициялы, тырыш уҡыусыларҙы асыҡланы. Уларҙың һәр береһе район хакимиәте исеменән Рәхмәт хаты һәм районыбыҙҙың гербы төшөрөлгән күкрәк билдәһе менән бүләкләнде.
Бөгөн был балалар – үҙ тырышлыҡтары менән уҡыуҙа өлгәшкән юғары уңыштары менән үҙҙәрен ысын геройҙар итеп күрһәтте. Йәш ҡырмыҫҡалылар һәр йүнәлештә - математика һәм химия, физика һәм инглиз телее, физкультура һәм хеҙмәт, тарих һәм география, иҡтисад һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре фәндәре буйынса һоҡланғыс уңыштарға өлгәшә алды.
Һис шикһеҙ, был еңеүҙәрҙә уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең әһәмиәте һәм роле ҙур. Нәҡ улар балаларҙа ышаныс һәм ныҡышмалылыҡ тәрбиәләй алғандар.
Йәш еңеүселәребеҙ үҙ белемдәрен төбәк-ара этапта күрһәтеп, районыбыҙ данын яҡлаясаҡ. Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙе өлгәшелгән уңыштар менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы сәләмәтлек һәм һөҙөмтәле эш теләйбеҙ. Киләһе уҡыу йылы һеҙгә яңы белем үрҙәрен яулауға булышлыҡ итһен!
Рушания Хәмәтғәлимова.

Автор:
Читайте нас