Даирә
+24 °С
Дождь
Новости
28 Декабря 2024, 06:25

Микрозайм сауҙа йортона продукция ассортиментын киңәйтергә мөмкинлек бирҙе

“Варвара” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторған “Хәстәрлек” ("Забота") сауҙа йорто 2024 йылда Башҡортостан микрокредит компанияһының дәүләт ярҙамынан файҙаланды. Компания ике миллион һум күләмендә займ алды, был тауар өсөн түләүҙе тәьмин итеү генә түгел, ә ассортиментты 61 меңдән ашыу атамаға тиклем киңәйтеү мөмкинлеген бирҙе.

Микрозайм сауҙа йортона продукция ассортиментын киңәйтергә мөмкинлек бирҙеМикрозайм сауҙа йортона продукция ассортиментын киңәйтергә мөмкинлек бирҙе
Микрозайм сауҙа йортона продукция ассортиментын киңәйтергә мөмкинлек бирҙе

- Юғары конкуренция һәм даими үҙгәреүсән ҡулланыусылар өҫтөнлөктәре шарттарында компанияларға яраҡлашырға һәм һығылмалы булырға кәрәк. Был маркетинг стратегияларына яңы алымдар индереүҙе генә түгел, ә өҫтәмә финанс средстволарын да талап итә. Ошоноң менән бәйле микрокредитлау үҙ идеяларын һәм проекттарын тормошҡа ашырырға ынтылыусы эшҡыуарҙар өсөн мөһим инструментҡа әйләнә, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Башҡортостан микрокредит компанияһына финанс ярҙамы муниципалитеттарҙа яңы эш урындары булдырыуға һәм эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген үҫтереүгә булышлыҡ итә, шулай уҡ халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән социаль башланғыстарға һәм проекттарға булышлыҡ итә.

1995 йылда теркәлгән ”Варвара” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең әлеге ваҡытта Күмертау һәм Мәләүез ҡалаларында, шулай уҡ Мораҡ һәм Иҫәнғол ауылдарында дүрт филиалы бар, унда 100-ҙән ашыу хеҙмәткәр эшләй. 2023 йылда предприятие “Иң яҡшы тауар – 2023” республика конкурсы лауреаты булды, быйыл “Иң яҡшы ғаилә бизнесы” номинацияһында “Күмертау ҡалаһының иң яҡшы эшҡыуары” конкурсында еңеү яуланы.

Компания пландарында - халыҡтың төҙөлөш һәм ремонт өсөн тауарҙарға ихтыяжын максималь ҡәнәғәтләндереү, сервис кимәлен яҡшыртыу һәм һатыу буйынса ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килде.

Фото: vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fpravitelstvorb.ru%2Fnews%2F25751%2F&utf=1 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-12-27/mikrozaym-sau-a-yortona-produktsiya-assortimentyn-ki-yterg-m-mkinlek-bir-e-4068435  

Автор:
Читайте нас