Бүздәктең “Пищепром” эшкәртеү предприятиеһы тәүге 10,5 тонна тауарҙы Беларусь Республикаһының иң ҙур “Күршеләр” селтәренә оҙатты, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева билдәләүенсә, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә Беларусь коллегалары менән кооперация үҫешә.
– Әлеге ваҡытта Башҡортостандан “Күршеләр” магазиндары селтәренә бөтә Беларусь буйынса туғыҙ төрлө тауарҙы – төрлө һурпа, шулай уҡ йәшелсә рагуһы оҙатылған, бөтәһе 14400 берәмек. Хәҙер Беларусь һатып алыусыларының да Башҡортостан етештереүсеһенең юғары сифатын баһалау мөмкинлеге бар, – тип билдәләне ул.
Рәсәй Федерацияһының Беларусь Республикаһындағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостандың вәкиле Константин Климин билдәләүенсә, Беларусь сауҙа селтәренә Башҡортостан тауарын оҙатыуҙың башланыуы – Башҡортостан эшҡыуарҙарының Беларусҡа бизнес-эш сәфәрҙәрендә, шул иҫәптән онлайн-форматта ла, уңышлы ҡатнашыуына тағы бер дәлил. Ул Башҡортостан эшҡыуарҙарын Беларусь менән хеҙмәттәшлек, шулай уҡ буласаҡ бизнес-эш сәфәрҙәрендә ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса вәкиллеккә әүҙемерәк мөрәжәғәт итергә саҡырҙы.
Был эшмәкәрлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: pravitelstvorb.ru