Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
24 Декабрь 2024, 04:07

Система эште еңелләштерәсәк

Урман хужалығы министрлығында урман комплексының мәғлүмәт системаһын ғәмәлгә индереү мәсьәләләре тикшерелде.

Система эште еңелләштерәсәкСистема эште еңелләштерәсәк
Система эште еңелләштерәсәк

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында Урман комплексының федераль дәүләт мәғлүмәт системаһын ғәмәлгә индереү мәсьәләләре тикшерелде. Ул 2025 йылдың 1 ғинуарынан тулыһынса эшләй башлай.

Ул власть органдары, урман участкаларын ҡуртымға алыусылар, башҡа урман менән файҙаланыусылар һәм граждандар өсөн берҙәм мәғлүмәт майҙаны буласаҡ. Был урман хужалығына ҡағылышлы берҙән-бер үҙгәреш түгел. 2025 йылдан “Экология” милли проекты “Экологик именлек” милли проекты булараҡ дауам итә. Төбәктең урман байлығын һаҡлау һәм арттырыу, һис шикһеҙ, уның төп йүнәлештәренең береһе булып ҡаласаҡ.

– Төбәктең Урман хужалығы министрлығы белгестәре системаға мәғлүмәттәрҙе туплай. Улар дүрт блокка бүленгән: һуңғы бер нисә йылда бирелгән урман декларациялары тураһында мәғлүмәттәр; төҙөлгән ҡуртым килешеүҙәре тураһында мәғлүмәттәр; урман фонды буйынса Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан күсермәләр һәм урман ҡоролошо материалдары. Бөгөн системаға бөтә урман хужалыҡтары тураһында мәғлүмәт һалынған, ә улар беҙҙә - 31, 30 меңдән ашыу квартал һәм 780 мең бүлем хаҡында мәғлүмәт, - тип аңлатты республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. – Яңы система рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙарға юл ҡуймаҫҡа һәм ағасты әҙерләүҙән алып һатыуға тиклемге бөтә этаптарҙа иҫәпкә алыуҙы тәьмин итергә, шулай уҡ дәүләт структуралары һәм бизнес араһында үҙ-ара эш итеүҙе ҡулайлаштырырға ярҙам итер тип көтәбеҙ.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Урман хужалығы министрлығы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-12-23/sistema-eshte-e-ell-shter-s-k-4063587

Автор:
Читайте нас