Туймазы ҡалаһында Туймазы районы дөйөм белем биреү мәктәптәренең беренсе класс уҡыусылары араһында ГТО нормаларын тапшырыу тамамланды. Комплекс һынауҙарында 520 уҡыусы үҙ көсөн тикшереп ҡараны. ГТО нормаларын тапшырыу “Демография” милли проектының “Спорт - йәшәү нормаһы” федераль программаһын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Тест үткәреүҙең төп маҡсаты – балаларҙы “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексы менән таныштырыу һәм нормативтарҙы үтәү техникаһына өйрәтеү. Улар һығылмалылыҡ, координация, тиҙлек һәләттәре һәм сыҙамлылыҡ кеүек төп физик сифаттарҙың үҫеш кимәлен билдәләргә мөмкинлек бирә.
– Беренсе кластан алып балаларҙа спортҡа һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә һөйөү тәрбиәләү бик мөһим. Нәҡ ошо осорҙа киләсәктә кешенең физик үҫеше, һаулығы һәм холҡо өсөн нигеҙ һалына, - тип билдәләне Туймазы ҡалаһының 7-се мәктәбенән физкультура уҡытыусыһы Гүзәл Фәтхетдинова.
– Беренсе класс уҡыусылары тесты уңышлы тапшырҙы һәм хәҙер үҙҙәренең лайыҡлы билдәләрен түҙемһеҙлек менән көтә, - тип хәбәр итте Туймазы районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Ольга Чернова.
Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Туймазы районы хакимиәте.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-12-24/b-l-k-y-n-nige-alyna-4064620