Календарь буйынса ҡыш етеү менән Башҡортостанда һыуытты. Ниһайәт, һауа температураһы климат нормаһына яҡынлашты. Әле Башҡортостанда йәшәүселәрҙе декабрҙең тағы нимә менән ғәжәпләндерәсәге һәм Яңы йылға һауа торошо ҡыҙыҡһындыра. Яҡынса фараз билдәле булды.
Метеорологтар мәғлүмәте буйынса, декабрь айы, дөйөм алғанда, аномалиялар менән ғәжәпләндерәсәк. Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, был айҙа Башҡортостанда уртаса температураның норманан 1,5 градусҡа юғары булыуы көтөлә.
Байрам көндәренә килгәндә, был осорҙа ҡаты һыуыҡтар булмаясаҡ. Гисметео порталы хәбәр итеүенсә, Яңы йыл төнөндә республикала һауа температураһы -8, -9 градус була. Ғинуарҙың тәүге аҙнаһында ла ошондай һауа торошо фаразлана.
Шул уҡ ваҡытта синоптиктар Яңы йыл төнөндә һәм 1-3 ғинуарҙа көслө ҡар яуыуын фаразланы. Ләкин 4 ғинуарҙан башлап ул туҡтаясаҡ. Каникулдың ҡалған көндәрендә төбәктә аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана, яуым-төшөм көтөлмәй.
Фото: Фирүзә Рәхмәтуллина.
Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите