Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтендә сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәте үтте, унда "А" һәм "В" категориялары өсөн автодром асыу һәм ваҡытлыса һаҡлау келәттәрен булдырыу буйынса ике проект ҡаралды. Осрашыу “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы үткәрелде.
Автомобилдә йөрөтөргә өйрәтеү өсөн автодромға ҡаршылыҡтар, кәртәләр, күтәрмәләр һәм төшөүҙәр булған юл участкалары инәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн инициаторға ер участкаһы кәрәк.
Икенсе проект матди-техник келәттәр, ваҡытлыса һаҡлау келәттәре төҙөүҙе күҙ уңында тота. Был үҙ тауарҙарын һаҡлау өсөн шарттары булмаған эшҡыуарҙарға Стәрлетамаҡ биләмәһендә эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырасаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн инициаторға буш ер участкаһы кәрәк.
Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов тәҡдим ителгән проекттарҙы хупланы һәм урынбаҫарҙарына тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты. Бынан тыш, икенсе проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендәге республика Инвестиция комитеты ултырышына ҡарауға тәҡдим ителде.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-12-07/y-y-ly-t-dimd-r-men-n-kilg-nd-r-4042635