Батыр яугирҙәребеҙҙең ғаиләләренә үлгәндән һуң бирелгән Батырлыҡ ордендары тапшырылды. - Беҙҙең яҡташтарыбыҙ күк йөҙө тыныс булһын өсөн ғәзиз ғүмерҙәрен бирҙеләр. Улар ысын батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөләре күрһәтте. Ысын ир-егеттәр, лайыҡлы улдар тәрбиәләгән атаәсәләренә тағы ла бер тапҡыр рәхмәт әйтәм. Һалдаттарҙың ғаиләләре, балалары ҡалды, улар атайҙарының батырлығы менән мәңге ғорурланасаҡ. Беҙ һәр ваҡыт яндарында буласаҡбыҙ, ярҙам итәсәкбеҙ, - тине Әлфир Фәрхәт улы. - Киләһе йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Бер ҡасан да бындай хәл ҡабатланмаҫ, тип уйланыҡ. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ваҡытта махсус хәрби операция бара һәм беҙ, азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡто яҡларға тейешбеҙ, - тип билдәләне Михаил Александрович. Ҡаһарманлыҡтары өсөн юғары дәүләт наградаларына һәләк булғандан һуң яҡташтарыбыҙ Олокүл ауылынан Анатолий Александрович Ермалаев, Николаевка ауылынан Виталий Сергеевич Кузнецов һәм Үтәгәндән Хәлит Сәғит улы Хәсәнов лайыҡ булды. Улар барыһы ла тыуған илебеҙҙе яҡлап, үҙҙәренең хәрби бурыстарын үтәгәндә баштарын һалды. Бөгөн беҙ уларға һәм ошондай меңәрләгән егеттәргә рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. - Хәлит бала саҡтан изге күңелле, алсаҡ, ярҙамсыл булды. Яҡшы уҡыны, физика һәм математика фәндәрен яратты. Уның хәрби операцияға китеү теләгенә ҡаршы була алманыҡ. Һуңғы тапҡыр шылтыратҡанда Авдеевка йүнәлешенә китеп барабыҙ, - тине. Беҙҙең күңелдәрҙә ул ысын батыр, илебеҙҙең патриоты булып һаҡлансаҡ, - тине яугирҙең әсәһе Рәүфилә Хәсәнова. Шулай уҡ сарала яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Бабаян Альберт Артушович та бар ине. Рәсәй Федерацияһы оборона министры приказы буйынса ул ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. - Ике яҡтан да башҡорт һәм әрмән милләтенән булған олатайҙарым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Илһөйәрлек, Ватанды яҡлау беҙҙең ҡанда бар. Өлөшләтә мобилизацияға эләкмәһәм дә, Чечен хәрби хәрәкәттәр ветераны булараҡ, контракт буйынса киттем. Үҙемде хәрби бурысымды үтәргә тейешлемен, тип һананым, - тип уртаҡлашты Альберт Артушович. Альберт Бабаян үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына йүнәлеп, штурм төркөмөндә автоматсы булып хеҙмәт итә. Кременной эргәһендә атыштарҙың береһендә бурысын үтәгәндә ул ҡаты яралана һәм контузия ала. Ләкин алда уны тағы ауыр һынау көтә. Ҡатыны автоһәләкәттә фажиғәле һәләк була, 16 йәшлек ҡыҙы тороп ҡала. Шуға бәйле, Альберт хеҙмәтен тамамлап, ҡыҙы эргәһендә булырға мәжбүр.