Белорет ҡалаһының “Зәңгәр ҡош” балалар уҡыу үҙәгендә “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә яңы ижади майҙансыҡ – тауыш яҙҙырыу студияһының презентацияһы үтте.
2024 йылда “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проектына һайлап алыуҙа еңеү һөҙөмтәһендә учреждение Яңы быуын китапханаһы статусын алды. Хәҙер уҡыусылар үҙҙәренең музыкаль хыялдарын тап ошонда – китаптар араһында тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә эйә. Студияла заманса тауыш ҡорамалы ҡуйылған, ул вокалды, уйын ҡоралдарын яҙҙырырға һәм аранжировкалар эшләргә мөмкинлек бирә.
Китапхана һәр саҡ яңы идеялар эҙләү һәм илһам табыу урыны булды. Хәҙер һәр кем эргә-тирәләге киңлектән энергия ала һәм уны музыкаға әйләндерә ала. Китапханалағы тауыш яҙҙырыу студияһы – үткәнде һәм киләсәкте, йолаларҙы һәм инновацияларҙы берләштереү символы ул. Бында музыка әҙәбиәт менән бергә үрелеп, бөтөнләй яңылыҡ һәм үҙенсәлеклелек булдыра. Йәнһүрәткә “тауыш бирергә”, трек төшөрөргә йәки аудиокитап яҙҙырырға мөмкин.
“Мәҙәниәт” милли проектының маҡсаты – ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, бәләкәй ҡалаларҙа, шулай уҡ алыҫта урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн мәҙәни ҡиммәттәр булдырыуҙа ҡатнашыу мөмкинлеген киңәйтеү.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Белорет районы хакимиәте.