Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь , 21:18

Беҙ - өсөнсө урында!

Башҡортостан “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһы йомғаҡтары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде. 

Беҙ - өсөнсө урында!
Беҙ - өсөнсө урында!

“Рәсәй һыуы” һыу объекттары ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса Бөтә Рәсәй акцияһының сираттағы миҙгеле тамамланды, тип хәбәр итә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы. Был - илдәге иң ҙур ирекмәндәрҙең экологик башланғыстарының береһе. Сара 2014 йылдан алып “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә унда Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 11,5 миллион кеше ҡатнашты.

Акцияла ҡатнашыусы төбәктәр рейтингында Башҡортостан почетлы өсөнсө урынды яуланы. Республикала акцияла биш мең километрҙан ашыу яр буйын таҙартҡан 112 мең ирекмән ҡатнашты.

– Республикала йәшәгәндәрҙең, ирекмәндәр ойошмаларының уртаҡ тырышлығы менән беҙ Бөтә Рәсәй акцияһының тәүге өс лидеры иҫәбенә индек. Был беҙгә һыу ресурстарын һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу буйынса тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй. Барығыҙға ла ҡатнашыуығыҙ һәм юғары һөҙөмтәләрегеҙ, республикаға файҙа килтереү теләге өсөн рәхмәт, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов.

2024 йылда Рәсәйҙә акцияла яҡынса 1 550 000 ирекмән ҡатнашҡан. 54 мең километрҙан ашыу яр буйы таҙартылды, ул Ер экваторы оҙонлоғонан күпкә артығыраҡ. “Рәсәй һыуы” акцияһы ирекмәндәре 118 мең кубометр ҡалдыҡ йыйған, уларҙың күбеһе эшкәртеүгә йүнәлтелгән.

Йыл һайын миҙгел аҙағында “Рәсәй һыуы” акцияһында ҡатнашыусы төбәктәр рейтингы төҙөлә. Ул урында йәшәгән халыҡ, һыу һаҡлау буйынса үткәрелгән саралар, сүп-сарҙан таҙартылған яр буйҙарының оҙонлоғо һәм төбәктә йәшәүселәрҙең ирекле эшмәкәрлеккә йәлеп ителгәнлеге тураһындағы мәғлүмәттәргә таянып төҙөлә.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-12-07/be-s-ns-urynda-4042642

Автор:
Читайте нас: