Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь , 09:54

Ҡойҡа ашаһағыҙ, быуындарығыҙ һыҙламаҫ

Дерелдәк, тертелдәктең (холодец) туҡлыҡлы һәм шул уҡ ваҡытта быуындарға ла файҙалы икәнен һәр кем беләлер. Гөлгөнә Байегетова уны әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашҡан.

Гульгина Байзигитова
Фото:Гульгина Байзигитова

Дерелдәк, тертелдәктең (холодец) туҡлыҡлы һәм шул уҡ ваҡытта быуындарға ла файҙалы икәнен һәр кем беләлер. Гөлгөнә Байегетова уны әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашҡан.

Әле күптәр һуғым һуйҙы, уның баш-тояғын өтөп әҙерләгәндер. Күптәр Яңы йыл байрамы табынына дерелдәк әҙерләй. Был ризыҡ бик туҡлыҡлы ғына түгел, ә файҙалы ла. Уны бигерәк тә быуындары ауыртҡан кешеләргә ҡулланырға кәңәш ителә.

“Холодец, йәғни башҡортса әйткәндә, дерелдәк әҙерләү ҡыш, Яңы йыл байрамы кәйефе тыуҙырҙы. Кисә ҡапыл ғына ошо ризыҡты эшләп ашағы килеп китте. Был юлы итле һөйәк баштары (мотолыжки) ҡушмай ғына бешерҙем. Дерелдәктең ашауға туҡлыҡлы һәм шул уҡ ваҡытта быуындарға ла файҙалы икәнен һәр кем беләлер.

Бер нисә һауытҡа ошолай итеп биҙәп тә эшләнем. Дерелдәк ҡоя торған һауыттарҙың иң аҫтына бешкән кишер турап һалдым, бешкән йомортҡаны дүрт өлөшкә бүлдем һәм йәшел борсаҡ, йәшел укроп һиптем”, - тип уны әҙерләү серҙәре менән уртаҡлаша Гөлгөнә Байегетова.

Фото: Гөлгөнә Байегетова.

Автор: Карима Усманова

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:Фируза Рахматуллина
Читайте нас: