Башҡортостанға ысын ҡышҡы һыуыҡтар килә. Башгидромет синоптиктары бөгөнгә, 5 декабргә һауа торошона фараз бирҙе.
Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итеүенсә, 5 декабрҙә бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Һауа температураһы төндә -2,-7, аяҙайтҡанда 12 градусҡаса һалҡын, көндөҙ 0,-5 градус. Ел көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеп талғын, урыны менән киҫкен.
Йомаға, 6 декабргә, тағы ла нығыраҡ һыуыта. Төндә термометр бағанаһы -7,-12, аяҙытҡанда -17 градусҡа тиклем төшәсәк, көндөҙ -5,-10 градус буласаҡ.
Автор:Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды.