Даирә
+21 °С
Болотло
Новости
2 Декабрь 2024, 04:51

Яйлап һыу аҫтында ҡала барған ил

Ғәжәйеп донъя был: уның еренең киңлеге ҡайһы бер урындарҙа 20 метр самаһы ғына...

bashgazet.rubashgazet.ru
Фото:bashgazet.ru

Ғәжәйеп донъя был: уның еренең киңлеге ҡайһы бер урындарҙа 20 метр самаһы ғына...

Планетабыҙ шул тиклем уникаль, ғәжәйеп. Ҡабатланмаҫ гүзәл тәбиғәте тураһында ғына түгел һүҙ. Әйтәйек, унда ниндәй генә илдәр юҡ – иң ҙуры, иң бәләкәйе, халыҡ иҫәбе буйынса иң беренсе, иң аҙаҡҡы урында торғаны һәм башҡалар. Ә беләһегеҙме, донъяла иң тар ил дә бар икән! Ул майҙаны буйынса дүртенсе урынды биләй, тик исемлектең алдынан түгел, ә аҙағынан.

Был ғәжәп илдең майҙаны 26 квадрат километрҙан ашмай! Ә еренең киңлеге ҡайһы бер урындарында 20 метр самаһы ғына. Һәр яҡтан икһеҙ-сикһеҙ океан уратып алған, күҙ алдына килтерәһегеҙме... Хатта тән семерҙәп китә.

Был илдең исеме – Тувалу, ул Тымыҡ океанда урынлашҡан. Бында 11 мең тирәһе генә кеше йәшәй. Ил бер нисә утрауҙан тора, исеме лә “һигеҙ бергә торған” тип тәржемә ителә икән.

Был үҙенсәлекле ил тураһында тағы ошондай мәғлүмәттәр:

*Баш ҡалаһы – Фунафутиҙың бер осонан икенсе осона 20 минутта йәйәү барып етергә мөмкин.

*Фунафутиҙа хатта аэропорт та бар. Ул аҙнаһына ике тапҡыр күрше утрау-ил – Фиджиҙан килгән рейстарҙы ҡабул итә. Башҡа ваҡытта аэропорттың майҙаны күмәк саралар үткәреүгә файҙаланыла.

*Бер утрауҙан икенсеһенә кәмәлә генә барып етергә була.

*Океан кимәленән иң өҫтә торған урыны – биш метр самаһы ғына!

Бына шуға ла ил яйлап һыу аҫтында ҡала бара. Ғалимдар фаразлауынса, бер нисә тиҫтә йылдан уның тулыһынса һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Был, әлбиттә, ҡапыл ғына булмай һәм халыҡ икенсе утрауҙарға күсеп өлгөрә ала.

Нисек, дуҫтар, Тувалуға сәйәхәткә барыр инегеҙме?)

Фотолар: vsedostoprimechatelnosti.ru; adme.media, kwakin-misha.livejournal.com

Автор:Равиля Гатауллина

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:Фируза Рахматуллина
Читайте нас