Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май , 14:05

Дим биҫтәһенә яңы юл буйлап

Дим шоссеһы – ҡаланың йәнле транспорт артерияларының береһе.    

2024 йылдың 18 майында Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Дим шоссеһында юл япмаһын ремонтлау эштәренә тотоналар. Эштәр Флот тыҡрығынан Дим йылғаһы күперенә тиклем ике километр оҙонлоҡтағы участкаға ҡағыла.

Дим шоссеһы – ҡаланың йәнле транспорт артерияларының береһе. Көн һайын унан меңләгән автомобиль үтә, шуға күрә сифатлы асфальт япмаһы – юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлек нигеҙе.

Тәүҙә бында иҫке япманы алып, асфальт йәйәләр, һуңынан термопластиктан тамға һыҙалар. Эштәрҙе 12 июнгә тиклем тамамлау планлаштырыла, ләкин подрядсы ойошма быны билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ үтәү өсөн бөтә көсөн һаласаҡ.

Шуға ҡарамаҫтан, юлдарҙағы һәр ремонт автотранспорт хәрәкәтендә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Өфөләрҙе ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен һәм сәфәрҙәрен алдан планлаштырыуҙарын һорайҙар.

2024 йылда Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 29 километр самаһы булған 11 урам-юл селтәре участкаһын ремонтлау ҡаралған. Был уҙған йылға ҡарағанда 21,12 километрға күберәк: ул саҡта милли проект буйынса Өфө юлдарының ете участкаһы норматив хәлгә килтерелде.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың май Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-05-17/dim-bi-t-en-ya-y-yul-buylap-3771344 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: