Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март , 14:39

Сәйәхәт фажиғә менән тамамланған

Уның кескәй ҡыҙы, ире һәм оло йәштәге ата-әсәһе тороп ҡалған.

Сәйәхәт фажиғә менән тамамланған
Сәйәхәт фажиғә менән тамамланған

😰Сәйәхәт фажиғә менән тамамланған

Салауаттан 36 йәшлек Анастасия март башында әсәһе һәм ҡыҙы менән Шарм-эш-Шейхҡа туғыҙ көнгә ял итергә осҡан. Отпуск яҡшы үткән, әммә Рәсәйгә ҡайтыр алдынан Анастасияның хәле ҡапыл насарайған.

Ялдың һуңғы көнөндә ғаилә диңгеҙҙә һыу ингән, отелдә төшкө аш ашаған (бөтәһе лә бер үк ашамлыҡ менән туҡланған). Шунан һуң ҡапыл Анастасияның температураһы 40 градусҡа тиклем күтәрелгән. Настяның әсәһе отель хеҙмәткәрҙәренән “Ашығыс ярҙам” саҡырыуҙарын һораған, әммә, уның һүҙҙәренсә, хеҙмәткәрҙәр баш тартҡан һәм отель биләмәһендәге клиникаға мөрәжәғәт итергә кәңәш биргән. Үҙ аллы йөрөй ҙә алмаған яҡташыбыҙҙы кешеләрҙең ярҙамы менән медицина кабинетына тиклем алып барғандар.

Анастасияның әсәһе һөйләүенсә, медицина хеҙмәткәре ҡыҙына ниндәйҙер укол эшләп, температураны төшөрә торған дарыу биргән. Отелгә кире килгәс, уның температураһы 33 градусҡаса төшкән, тәнендә ҡара таптар барлыҡҡа килгән. Тик отель хеҙмәткәрҙәре ашығыс ярҙам хеҙмәтен саҡырыуҙан йәнә баш тартҡан. Шул уҡ табип килеп ҡарағандан һуң, таптарҙың ҡыҙыныу арҡаһында барлыҡҡа килеүен әйткән.

Настяны дәүләт дауаханаһына төнгә ҡарай ғына оҙатҡандар һәм реанимацияға һалғандар. Таңға ҡарай ул үлгән. Йөрәге туҡтаны, тигән Египет табиптары.

Яҡташыбыҙ маникюр оҫтаһы булып эшләгән. Уның кескәй ҡыҙы, ире һәм оло йәштәге ата-әсәһе тороп ҡалған.

"Башҡортостан" гәзитенән

Автор:
Читайте нас: