Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль , 14:42

Бындай дәрестәр балаларҙы ҡанатландыра

Салауат ҡалаһының музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре өсөн фортепианола уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. 

Бындай дәрестәр балаларҙы ҡанатландыра
Бындай дәрестәр балаларҙы ҡанатландыра

"Мәҙәниәт" милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Салауат ҡалаһы мәктәптәрендә уҡыусылар өсөн төрлө мәҙәни-белем биреү программалары ойошторола.

Салауат балалар музыка мәктәбендә Петр Ильич Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы доценты, фортепиано буйынса халыҡ-ара конкурстар лауреаты Сергей Кудряковтың оҫталыҡ дәресе үтте. Ул - тәжрибәле профессионал, иҫ киткес пианист һәм яҡшы педагог.

Владимир Спиваковтың балалар музыка мәктәбе һәм йәш таланттар мәктәбе уҡыусылары ижади һәм дуҫтарса шарттарҙа үткән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Мәктәп коллективы Сергей Кудряковҡа рәхмәт әйтте һәм артабан хеҙмәттәшлек итеүгә ышаныс белдерҙе.

"Был сара уҡыусыларҙың фортепиано сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныуын арттыра, балаларҙы төрлө конкурстарҙа еңеүҙәргә илһамландыра. Уҡыусыларҙың тәжрибәле профессионал менән аралашыу һәм эшләү мөмкинлеге уларҙың музыкаль оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итә, күренекле белгес менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә мәктәптең абруйы күтәрелә, уңышлы һәм танылған музыкант миҫалында уҡырға һәм илһамланырға мөмкинлек бирә", – тине фортепиано бүлеге мөдире Елена Асташенкова.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас: