Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2023, 15:54

“Һайлауҙа ҡатнашыу – һәр кемдең изге бурысы”

Махсус хәрби операциянан Асҡын районы Яңы Ҡара ауылына ялға ҡайтыусы “Руша” позывнойлы яугир ҙа 918-се һайлау участкаһына килеп, үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне.

“Һайлауҙа ҡатнашыу – һәр кемдең изге бурысы”
“Һайлауҙа ҡатнашыу – һәр кемдең изге бурысы”

Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияға былтыр сентябрь аҙағында мобилизациялана. Унда ла һынатмай, үҙен ҡыйыу яугир итеп күрһәтә. Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, махсус хәрби операцияны башҡарғанда күрһәткән батырлығы, тәүәккәллеге һәм ҡаһарманлығы өсөн ул апрелдә Рәсәйҙең иң юғары наградаһы — Суворов миҙалы менән бүләкләнә.


«Махсус хәрби операцияның мәжбүри сара булыуын беҙ яҡшы аңлайбыҙ. Дошмандарҙы юҡҡа сығарырға, беҙҙең илгә яҡын ебәрмәҫкә тырышабыҙ. Иң мѳһиме, тиҙерәк тыныслыҡ килһен. Беҙ шуның ѳсѳн кѳрәшәбеҙ. Батыр яугирҙарыбыҙ иҫән-һау Еңеү менән өйҙәренә әйләнеп ҡайтһын!

Республикабыҙ өсөн бөгөнгө мөһим сарала һәр кем ҡатнашырға тейеш, тип уйлайым. Илебеҙ күге - аяҙ, уның социаль-иҡтисади хәле тотороҡло, ныҡлы булһын, ә халҡы үҙ-ара дуҫ татыу йәшәһен! Шул саҡта ғына беҙҙең балаларыбыҙҙың киләсәге ышаныслы, яҡты буласаҡ. Шуға ла бөгөн берҙәм булып, үҙ тауышыбыҙҙы лайыҡлы кандидаттар өсөн бирәйек!” - тине яугир яҡташыбыҙ.

“Һайлауҙа ҡатнашыу – һәр кемдең изге бурысы”
“Һайлауҙа ҡатнашыу – һәр кемдең изге бурысы”
“Һайлауҙа ҡатнашыу – һәр кемдең изге бурысы”
“Һайлауҙа ҡатнашыу – һәр кемдең изге бурысы”
“Һайлауҙа ҡатнашыу – һәр кемдең изге бурысы”
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: