

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләрҙе дәүләт яҡлауы тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына һәм «Башҡортостан Республикаһында ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты яҡлау тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 22-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы БР Законына ҡул ҡуйҙы.
– Күп балалы ғаиләләргә республика техникумдарында һәм колледждарында балаларға көндөҙгө бүлектә уҡыу хаҡының яртыһы кире ҡайтарыласаҡ, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
– Компенсациялар балиғ булмаған өс балаһы булған ғаиләләргә генә түгел, шулай уҡ көндөҙгө бүлектә белем алыусы, 23 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә лә бирелергә тейешле, – тине Константин Толкачев.
Мәғариф ойошмаһы тарафынан тейешле йылға билдәләнгән уҡыу өсөн хаҡтың 50 проценты күләмендәге компенсация республика бюджеты иҫәбенә түләнәсәк. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса атап үтелгән маҡсаттарға йылына 74 млн һум аҡса талап ителә. Был сығымдар 2024 йылға һәм 2025 һәм 2026 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджетын әҙерләгәндә иҫәпкә алынасаҡ.
Закон 8 июлдән көсөнә инәсәк.
Источник: https://gsrb.ru/bash/news/123384/