+17 °С
Болотло
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың әле төҙөлә башлаған ирекле мотоуҡсылар полкын «Башҡортостан» тип атарға тәҡдим итте. Был турала республика етәксеһе Таһир Күсимов исемендәге бишенсе ирекмәндәр батальонын хәрби әҙерлек үтеү урынына оҙатыу сараһында иғлан итте.
Бынан алдараҡ республика етәксеһе Таһир Күсимов исемендәге 5-се башҡорт ирекле батальоны етәкселеге менән осрашты, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».