Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2022, 13:29

«Беҙ Еңеү менән ҡайтырбыҙ!» – Өфө мобилизацияланған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең йыйылма отрядын оҙатты

Ватанды һаҡлаусыларҙы оҙатырға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та килде.

«Беҙ Еңеү менән ҡайтырбыҙ!» – Өфө мобилизацияланған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең йыйылма отрядын оҙатты
«Беҙ Еңеү менән ҡайтырбыҙ!» – Өфө мобилизацияланған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең йыйылма отрядын оҙатты

«Беҙ Еңеү менән ҡайтырбыҙ! Беҙҙе көтөгөҙ», – Өфөнөң Октябрь һәм Совет райондарынан мобилизацияланғандар туғандарына һәм яҡындарына шундай һүҙҙәр әйтеп, автобустарға ултырышты.

«Беҙ ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам итергә юлланабыҙ. Бер кемде лә ғәйепләргә теләмәйем, ләкин ир-егеттәрҙең мобилизациянан башҡа илдәргә ҡасырға маташыуҙарын күргәс, ошондай кешеләр менән бер илдә йәшәгәнгә оят булып китә. Туғандарыма ҡайғырмағыҙ тип әйткем килә. Тиҙҙән беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ», – тип үҙенең фекере менән уртаҡлашты Тимур Юлмөхәмәтов.

Ватанды һаҡлаусыларҙы оҙатырға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та килде.

«Хөрмәтле яҡташтар! Ошо көндәрҙә беҙ республика ҡалаларынан һәм райондарынан ир-егеттәребеҙҙе Украинаға, махсус хәрби операцияға оҙатабыҙ. Бөгөн беҙ һеҙгә ике һүҙ менән мөрәжәғәт итке килә. Беренсе – хөрмәт. Һеҙ – ысын ир-егеттәр. Ваҡыт кәрәкле кешеләрҙе тыуҙыра. Хәҙер һеҙ кәрәк. Тағы ла күңелебеҙҙә беҙҙе, илде яҡлағанығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәре. Бына бер нисә ай инде Башҡортостан егеттәре – Рәсәйҙең Оборона министрлығы, Рәсәй гвардияһы, Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальон, «Барс» ирекле отряды һәм башҡа подразделениеларҙың хәрби хеҙмәткәрҙәре унда хәрби бурысын үтәй. Беҙ улар менән даими бәйләнештә. Уларға ярҙам кәрәк, улар һеҙҙе ныҡ көтә. Уларға ярҙам итергә әҙер булыуығыҙ өсөн рәхмәт.

Ошо ауыр осорҙа хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – республиканың төп бурысы. Республика Башлығы булараҡ, бының өсөн барыһын да эшләрбеҙ, тип ныҡлы вәғәҙә бирәм. Һеҙ үҙ бурысығыҙҙы тыныс үтәһен өсөн көсөбөҙ һәм ресурстарыбыҙ бар. Әлбиттә, беҙ һеҙгә өмөтләнеп ҡарайбыҙ, хәрби бурысығыҙҙы үтәп, иҫән-һау ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!», – тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-27/my-vernemsya-domoy-s-pobedoy-ufa-otpravila-svodnyy-otryad-mobilizovannyh-voennosluzhaschih-2967356

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: