

Ҡағиҙә булараҡ, еңел машина водителдәре яй йөрөүсе йөк машиналарын уҙырға тырыша. Әммә шул уҡ ваҡытта Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәй, төрлө билдә, тамғаларҙы һанға һуҡмай һәм был маневрҙың техника өсөн дә, кеше өсөн дә бик хәүефле икәнен бөтөнләй онота.
ЮХХДИ-ның Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлеге водителдәргә түбәндәге осраҡтарҙа уҙыш тыйылғанын иҫкәртә:
1. Һеҙҙән алда килгән автомобиль үҙе уҙырға сыҡҡан йәки ҡаршылыҡты урап үтә;
2. Алдағы автомобиль һеҙҙең һыҙаттан килә һәм һул яҡҡа бороласағын күрһәтеп, сигнал бирә;
3. Һеҙ уҙырға торған юл аралығының бушлығында, алда транспорт һәм ҡаршылыҡтар юҡлығында шикләнәһегеҙ;
4. Артығыҙҙан килгән машина һеҙҙе уҙырға сыҡҡан;
5. Һеҙ уҙырға сыҡҡан транспорттың водителе һеҙгә ҡамасаулай;
6. Салонда балалар бар.
Үрҙә һанап үтелгән пункттарҙың берәйһен һанға һуҡмайынса уҙырға сығыусы водитель ҙур хәүеф тыуҙыра һәм башҡаларға ла ныҡ ҡамасаулай, үҙенең элекке урынына кире ҡайта ла алмай.
Бының өсөн ниндәй яза көтә? Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.15-се статьяһының 4-се өлөшөнә ярашлы, биш мең һумдан ун биш мең һумға тиклем административ штраф йәки идара итеү хоҡуғынан 4-6 айға мәхрүм итеү ҡаралған. Икенсе тапҡыр ҡағиҙәләрҙе боҙһа, хоҡуғынан бер йылға ҡолаҡ ҡағасаҡ.
Азат МӨЛӨКОВ,
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса ЮХХДИ бүлегенең юл хәрәкәте именлеген пропагандалау буйынса
инспекторы.