Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2022, 15:43

Шок! Өфөнөң бала табыу йортона алты айлыҡ ҡыҙ баланы ташлап киткәндәр!

13 май төнөндә баш ҡаланың 8-се бала табыу йорто корпусы янында сабый ҡалдырып киткәндәр. Балалар креслоһында яҙыу ҙа табылған, унда ҡыҙсыҡтың исеме һәм тыуған көнө күрһәтелгән. Бала былтыр ноябрь айында тыуған булған.

Шок! Өфөнөң бала табыу йортона алты айлыҡ ҡыҙ баланы ташлап киткәндәр!
Шок! Өфөнөң бала табыу йортона алты айлыҡ ҡыҙ баланы ташлап киткәндәр!

Полиция тиҙ арала баланың әсәһен тапҡан. Ул Орджоникидзе районында йәшәгән ҡатын булып сыҡҡан. Үҙе әйтеүенсә, уның өсөнсө балаһын тәрбиәләргә хәленән килмәй. Уға протокол төҙөлгән.

Раҫланмаған мәғлүмәттәр буйынса, ҡатындың беренсе иренән 9 һәм 10 йәшлек балалары бар. Яңы тыуған ҡыҙсыҡты атаһы танырға теләмәгән, шуға әсә сабыйынан ҡотолорға уйлаған. Ҡатынды әсәлек хоҡуҡтарынан мәхрүм итеүҙәре ихтимал.

Баланы Аврора урамындағы Сабый йортона урынлаштырғандар.

Автор:
Читайте нас: