Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Апрель 2022, 14:54

"Нива" машинаһына - 45 йыл!

1977 йылдың 5 апрелендә Волга автомобиль заводы конвейерынан өр-яңы модель - ВАЗ-2121 машинаһы сыға башлай. Шулай итеп “Нива” автомобиле үҙенең данлыҡлы тормош юлына тәгәрмәстәре менән баҫа.

"Нива" машинаһына - 45 йыл!
"Нива" машинаһына - 45 йыл!

Автомобиль ошолай тип юҡҡа ғына аталмаған. 1970 йылда заводҡа СССР Министрҙар Советы Рәйесе Алексей Косыгин килә. Юғары дәрәжәле ҡунаҡҡа “Жигули” производствоһын күрһәтәләр. Ул барыһы менән дә ҡәнәғәт ҡалып, ауыл кешеләре өсөн тулы приводлы машина эшләргә тәҡдим итә. Шулай итеп “Нива”ны етештереүгә старт бирелә.

         Конструкторҙар тәүҙә ябай “Жигули”ға алғы йөрөтөү күсәре өҫтәп, кузовты күтәрергә уйлай. Ләкин был алым ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Тәү сиратта шоссе юлдарҙан ғына йөрөргә “күнеккән” 2101 моделе саманан тыш ауырайып, таулы урындарҙа, кәлейәле бысраҡта түңкәрелеүе бар. Алыҫ йөрөргә түгел –  тулы приводлы “Москвич - 410” һәм “ГАЗ – 24 - 95” был етешһеҙлекте асыҡ күрһәткән. Яғыулыҡты күп исрафлау тураһында әйтеп тә тораһы юҡ. Икенсе яҡтан ҡарағанда, “УАЗ - 496” йәки “ГАЗ - 69” кеүек баштан уҡ юлһыҙ ерҙән йөрөргә тәғәйенләнгән машинаны сығарыу хата буласаҡ. Брезент ҡыйыҡлы, ҡаты подвескалы, барабан тормозлы джип тик хәрбиҙәргә, милиция кеүек хеҙмәттәргә уңайлы була.

         Шулай итеп, конструкторҙар алдына ябай, әҙерлекһеҙ кеше ултырып, ҡала эсендә, шоссе юлдан шәп тиҙлектә бара алған, кәрәккәндә ҡарҙан, бысраҡтан “осоп” үткән уңайлы заманса автомобиль сығарыу бурысы ҡуйыла. Проектты Петр Прусов етәкләй. Ете йылда инженерҙар, һынаусылар машинаны төрлөсә яһап ҡарай. Буласаҡ “Нива”лар Урта Азия сүлдәрендә, Кавказ, Памир тауҙарында, урта Рәсәйҙең яҙлы-көҙлө бысраҡтарында һынала. Тәүҙә тапшырыуҙар һәм бүлгес ҡумталары бер корпус эсенә ҡуйыла. Был алым бик шәп һөҙөмтә күрһәтә, ләкин технологтар ҡырҡа ҡаршы тороп, “Жигули” ҡумтаһын ҡуйҙыра. Әммә 2101 моделе агрегаты юлһыҙ ерҙән йөрөгән ауыр машинала сыҙамай, уны барыбер яңыртырға тура килә. Айырым торған ике ҡумтаны карданлы ҡыҫҡа вал бәйләй – тап шул арҡала “Нива”ның етди етешһеҙлеге булған дерелдәү һәм олоуға юл ҡуйыла.     

         “Нива”ны баштан уҡ еңел автомобиль кеүегерәк итеп эшләйҙәр. Күп өлөштәре - моторы, артҡы фонарҙары, ултырғыстары, приборҙар, салон эсе –  алтынсы моделле “Жигули”ныҡы. Өс төрлө дифференциал ҡоролмаһы бар – улар һәр күсәрҙә һәм күсәрҙәр араһындағы бүлгес ҡумтаға ҡуйылған. Һөҙөмтәлә машина бысраҡта үҙ-үҙенә соҡор “ҡаҙмай”, бер яҡтан батһа ла, икенсе яҡ тәгәрмәстәре һөйрәтеп  сығара. “УАЗ”дағыса алғы күсәрҙе, “ЛуАЗ”дағы кеүек артҡыһын һүндереп булмай – “Нива” һәр ваҡыт тулы приводта йөрөй.

         Яңы машина юлһыҙ ерҙән йөрөгәндә водителдәр һәм пассажирҙар өсөн бығаса күрелмәгән уңайлылыҡ тыуҙыра. “УАЗ” кеүек көсәнеп барырға кәрәкмәй, бары тик “раздатка”ны түбәнәйтеү тиҙлегенә күсереп, “блокировка”ға ҡуйырға һәм “газ”ға баҫырға кәрәк. “Нива” шәп тиҙлектә бысраҡты, ҡомдо, көрттө батмай йырып үтә. Тәгәрмәстәрҙең төрлө тиҙлектә әйләнә алыуы боҙлауыҡ мәлендә йөрөүҙе хәүефһеҙ итә. 

         ВАЗ - 2121 автомобиле тиҙ арала ныҡ популяр булып китә. Уны һунарсылар, балыҡсылар ярата, сит ил кешеләре лә оҡшата. ВАЗ Япония, Швеция, Англияға экспорт өсөн уң яҡ рулле машиналар етештерә. 1994 йылда машинаны яңырталар, 21213 моделенә 1,7 литрлы ҡеүәтлерәк мотор ҡуйыла, салон эсе, фонарҙар алмаштырыла. Бер йылдан биш ишекле ВАЗ - 2131 сыға. Заводта асыҡ “Бора” кабриолеты, инкассаторҙар өсөн бронялы “Форс”, түбән баҫымлы ҙур тәгәрмәсле “Фора”, “Бизон” пикабы етештереп ҡарайҙар. 

         2003 йылдан бирле был автомобилде “Lada 4×4” исеме менән сығаралар. Ә “Нива”ны “«GM-АвтоВАЗ»” фирмаһы икенсе машинаға ҡуша. Беҙ уны “Шевроле-Нива” тип беләбеҙ, былтыр ул яңыртылды һәм "Нива-Трэвел" тип аталды, "Нива" ла кире ҡайтарылды.  

Автор:
Читайте нас: