Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2022, 14:59

Һоро ҡар яуған...

Был шомло күренештең сәбәбе нимәлә?

Һоро ҡар яуған...
Һоро ҡар яуған...

Түҙемһеҙләнеп яҙҙы көтһәк тә, ҡыш бер ҙә китергә ашыҡмай. Тәбиғәттең үҙенең ҡанундары: йә көслө еле, йә бурандары менән ҡурҡыта.

Бына кисә йәнә Өфөлә һәм республиканың төрлө ҡала-райондарында күпләп ҡар яуҙы. Әммә шуныһы аптыратты: ҡарҙың аҡ төҫтә түгел, ә һорораҡ икәнен шәйләне күптәр. Әйтерһең дә, ҡом-ҡатыш ҡар. Ҡала эсендә асфальт-бетон араһында был бик беленмәһә, ә бына ситтә йәшәгәндәрҙең күҙенә салынды.

Экология министры Урал Искәндәров һүҙҙәренсә, ведомствоның тикшереү лабораторияһына банкаларҙа ошоға оҡшаш ҡарҙың өлгөләре республиканың төрлө төбәктәренән тикшереүгә килгән. Һөҙөмтәләр оҙаҡламай әҙер буласаҡ. Алдан күҙаллауҙарса, Ҡаҙағстандан, Ставрополь яҡтарынан иҫкән көслө ел ҡом буранын килтергән, шул сәбәпсе быға, тип белдергән министр эшлекле кәңәшмәлә.

Фото pixabay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Автор:
Читайте нас: