Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2022, 11:12

Өфө паркында эттәрҙе йөрөтөү һәм өйрәтеү өсөн майҙансыҡ була

Киләһе ике йылда Өфөнөң Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркында «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы буйынса ремонтлау эштәре башҡарыла. Йәмәғәт киңлеген реконструкциялау проекты Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр менән тикшерелде. Тәү сиратта улар паркта эттәрҙе йөрөтөү майҙансығын булдырыуҙы һораны. Архитекторҙар был фекерҙе иҫәпкә алырға вәғәҙә бирҙе.

Өфө паркында эттәрҙе йөрөтөү һәм өйрәтеү өсөн майҙансыҡ була
Өфө паркында эттәрҙе йөрөтөү һәм өйрәтеү өсөн майҙансыҡ була

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, паркка 1947 йылда нигеҙ һалынған һәм «Еңеү» ҡала баҡсаһы» тигән исем бирелгән, биләмәһе хеҙмәтсәндәр, комсомолдар һәм уҡыусылар көсө менән төҙөкләндерелгән. Тәүҙә уның составына «Химик» мәҙәниәт һарайы һәм «Төҙөүсе» стадионы ингән, ә 1956 йылда йәйге кинотеатр асылған, һуңынан ул спорт залы итеп үҙгәртелгән, хәҙер бында 26-сы олимпия резервындағы спорт мәктәбе эшләй. 1980 йылдан парк Нефтехимиктарҙың мәҙәниәт һәм ял паркы тип атала.

Паркты Өфөнөң 450 йыллығына яңыртыу күҙаллана. Концептуаль һәм стилистик яҡтан ул Еңеү һәм Беренсе Май парктарын берләштерә. Архитекторҙар йәмәғәт киңлеген йәшелләндереүгә иғтибар итергә уйлай.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-03-30/f-parkynda-ett-r-e-y-r-t-m-yr-te-s-n-may-ansy-bula-2749258 

Автор:
Читайте нас: