Даирә
+6 °С
Облачно
Новости
25 Марта 2022, 09:26

Башҡортостан балы еңеү яуланы

Конкурста тотош Рәсәйҙән, шул иҫәптән Мәскәү өлкәһенән, Красноярскиҙан, Дағстандан, Красноярск крайынан, Тула өлкәһенән һәм башҡа төбәктәрҙән 118 бал өлгөһө ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан балы еңеү яуланыБашҡортостан балы еңеү яуланы
Башҡортостан балы еңеү яуланы

Башҡорт балы «Татлы Бал» төбәк конкурсында алты номинацияның дүртәүһендә иң яҡшыһы тип танылды. Өфөлә «АгроКомплекс» форумында ошо конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

«Йүкә балы» номинацияһында Ғафури районынан Ольга Чернова һәм Илеш районынан Илшат Ибраһимов еңеүсе булды.

Баймаҡ районы умартасыһы Юлай Ғайсин «Ҡарабойҙай балы» йүнәлешендә беренсе урын алһа, Көйөргәҙе районы умартасыһы Ренат Багданов «Көнбағыш балы» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды.

Бынан тыш, Күмертауҙан Әхмәт Исмәғилевтың төрлө сәскәләрҙән йыйылған балы жюриҙың йөрәген яуланы.

Конкурста тотош Рәсәйҙән, шул иҫәптән Мәскәү өлкәһенән, Красноярскиҙан, Дағстандан, Красноярск крайынан, Тула өлкәһенән һәм башҡа төбәктәрҙән 118 бал өлгөһө ҡатнашты. Еңеүселәр дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-03-25/med-iz-bashkirii-pokoril-konkurs-tatly-bal-2743049

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас