Даирә
+6 °С
Облачно
Новости
25 Февраля 2022, 10:48

Башҡортостан Башлығы: Мәктәптә хәүефһеҙ, ҡайнар аш менән тәьмин итеү мөһим

25 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаланың мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү учреждениеларын хеҙмәтләндергән Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәгендә булды. Республика етәксеһе ярымфабрикаттар һәм әҙер аш-һыу етештереү шарттары менән танышты.

Башҡортостан Башлығы: Мәктәптә хәүефһеҙ, ҡайнар аш менән тәьмин итеү мөһимБашҡортостан Башлығы: Мәктәптә хәүефһеҙ, ҡайнар аш менән тәьмин итеү мөһим
Башҡортостан Башлығы: Мәктәптә хәүефһеҙ, ҡайнар аш менән тәьмин итеү мөһим

Үҙәк директоры Владимир Смирнов һөйләүенсә, 1 582 кешенән торған коллектив (ашнаҡсылар, технологтар, кухня хеҙмәткәрҙәре) 125 мәктәптә, 221 балалар баҡсаһында туҡланыуҙы ойоштора, 126 меңдән ашыу баланы хеҙмәтләндерә.

Ойошманың етештереү ҡеүәте – сауҙа-етештереү базаһы, ике туҡланыу комбинаты, һөт кухняһының өс бүлексәһе һәм ике мәктәп ашханаһы.

«Ярымфабрикаттар һәм аш-һыу әҙерләү өсөн барлыҡ продукция махсус сифат контроле үтә, – тип билдәләне Владимир Смирнов. – Бынан тыш, беҙ әҙер изделиеларҙы үҙебеҙҙең базала тикшерәбеҙ, шулай уҡ белем биреү учреждениеларында туҡланыуға мониторинг ойошторабыҙ».

Диетологтар мәктәптәр һәм балалар баҡсалары өсөн махсус рәүештә әсе һөт ризыҡтарының бер нисә төрөн, шул иҫәптән биойогурттар, бифилайфтар, ацидолакт әҙерләгән.

2021 йылда Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге «Миллионлы ҡала мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы» федераль конкурсында икенсе урынды яуланы.

Башҡортостан Башлығы үҙәктең етештереү бүлмәләрен ҡараны, сығарылған продукцияның ассортименты менән танышты.

Ризыҡ хәүефһеҙ генә түгел, ҡайнар ҙа булһын өсөн мәктәптәрҙә туҡланыу сифатын даими баһалау мөһим, тине Радий Хәбиров.

«Мәктәптә туҡланыу сифатын ҡала һәм район башлыҡтары ла күҙәтеп барырға тейеш, мин Красногорск мэры булып эшләгән саҡта мәктәптәргә даими йөрөнөм. Ата-әсәләр комитеттары менән дә әүҙем эш алып барырға кәрәк», – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев һүҙҙәренсә, республикала һөт кухнялары селтәре әүҙем үҫешә, уның продукцияһы мәктәп туҡланыуында ғына түгел, ә ваҡлап һатыу селтәрендә лә ҙур һорау менән файҙалана.

«26 мең бала беҙҙең һөт кухняларында етештерелгән продукцияның дүрт төрөн бушлай ала (йогурт, һөт, эремсек, кефир). Ошо йүнәлеште артабан да үҫтерербеҙ», –  тип билдәләне Алексей Гусев.

Республика Башлығы Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге белгестәренең эш шарттарына ла иғтибар итте. Юғары класлы белгестәр коллективын һаҡлап ҡалыуҙың мөһим факторы – лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, тип билдәләне ул. Радий Хәбиров үҙәк етәкселегенә ашнаҡсыларҙың һәм кухня хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын индексациялау мәсьәләһен ентекләп өйрәнергә ҡушты.

«Беҙ тотош инфраструктура булдырҙыҡ: әгәр элек беҙҙә балалар өсөн һөт ризыҡтары етештерелгән бер генә һөт заводы булһа, хәҙер иһә Башҡортостанда һигеҙ етештереү цехы бар. Беҙ эшләй башлағанда таратыу үҙәктәре Өфөлә генә ине, әле республикала 150-нән ашыу. Сеймалға һәм етештереүгә айырым талап ҡуябыҙ, сөнки һүҙ балаларыбыҙҙың туҡланыуы һәм һаулығы тураһында бара. Файҙалы һәм тәмле ризыҡ. «Һөт кухняһы» бик күп наградалар менән бүләкләнгән. Был үҙебеҙҙең сауҙа селтәрҙәрендә аҙыҡ-түлектең – балалар һөтө, эремсек, йогурттың популяр булыуын раҫлай», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас