Даирә
+26 °С
Облачно
Новости
18 Февраля 2022, 09:05

Өфөлә ҡаланың 450 йыллығына фирма стиле өсөн онлайн-тауыш биреү башланды

Конкурсҡа ебәрелгән 34 ғаризаның 28-е жюриҙың баһаһын алды. Өс эш финалға сыҡты, тип хәбәр иттеләр мэриянан.

Өфөлә ҡаланың 450 йыллығына фирма стиле өсөн онлайн-тауыш биреү башландыӨфөлә ҡаланың 450 йыллығына фирма стиле өсөн онлайн-тауыш биреү башланды
Өфөлә ҡаланың 450 йыллығына фирма стиле өсөн онлайн-тауыш биреү башланды

Ултырыш 15 февралдә үтте һәм тура эфирҙа күрһәтелде. Эштәр номерҙар аҫтында булды, авторҙарҙы сер итеп тотолдо.

Икенсе этапта өфөләр 24 февралгә тиклем өс эштең береһе өсөн тауыш бирергә тейеш. Бер эш өсөн бер тапҡыр ғына тауыш бирергә була.

Еңеүсегә —150 мең һумлыҡ приз,  уның эскизы нигеҙендә ҡаланың фирма стиле булдырыла. Икенсе һәм өсөнсө урын өсөн 100 һәм 50 мең һумлыҡ бүләктәр тапшырыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-18/v-ufe-startovalo-onlayn-golosovanie-za-firmennyy-stil-k-450-letiyu-goroda-2698272 

Автор:
Читайте нас