Даирә
-3 °С
Облачно
Новости
16 Февраля 2022, 11:04

Өҫтәмә ялдар көтә

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы яҡынлашып килгән ял һәм байрам көндәре хаҡында иҫкә төшөрҙө. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Өҫтәмә ялдар көтәӨҫтәмә ялдар көтә
Өҫтәмә ялдар көтә

23 февраль һәм 8 март ял көндәре булып тора. Әммә быйыл улар эш көндәренә, шаршамбыға һәм шишәмбегә тура килә.

«Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, биш көнлөк эш аҙнаһында 23 февраль һәм 6,7,8 март ял көндәре булып тора. 22 февралдә шул уҡ ваҡытта эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Шәмбе, 5 март та, ҡыҫҡа эш көнө була», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.

Был көндәрҙә түләүле отпускыла булғандар өсөн 23 февраль дә, 8 март та календарь көндәр иҫәбенә индерелмәй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-15/v-fevrale-i-marte-zhiteley-bashkirii-zhdut-sokraschyonnye-rabochie-dni-i-dopolnitelnye-vyhodnye-2692990

Автор:
Читайте нас