Даирә
+8 °С
Облачно
Новости
15 Февраля 2022, 09:48

Иҫкә алдыҡ, рәхмәт әйттек

15 февраль - Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө. Бөгөн, совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 33 йыл тулған көндө, район үҙәгендә төрлө саралар уҙҙы. 

Иҫкә алдыҡ, рәхмәт әйттекИҫкә алдыҡ, рәхмәт әйттек
Иҫкә алдыҡ, рәхмәт әйттек

Был көндө яугир-интернационалистар, мәктәп уҡыусылары, Афған мәхшәрендә мәрхүм булғандарҙың туғандары район  үҙәгенең Еңеү паркына йыйылдылар. Уларҙы район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссары Ринат Ғималов сәләмләне һәм 400 Ҡырмыҫҡалы егетенең Афған ерендә хеҙмәт итеп ҡайтыуы һәм әлеге көндә уларҙың ни бары 74-е генә иҫән-һау булыуы хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Сығыш яһаусының һәр береһе мәрхүм булған яҡташтарыбыҙҙы изге һүҙҙәр менән иҫкә алды, иҫән-һауҙарына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бер минутҡа тын ҡалып, яуҙа һәләк булған яҡташтарҙы иҫкә алғас, Еңеү паркындағы һәйкәлдәргә сәскәләр һалды. 

Артабан сара район мәҙәниәт һарайында дауам итте. Бында түңәрәк өҫтәл артында яугир-интернационалистарҙың проблемалары хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү уҙҙы, ҡыҙыҡһындырған һәр бер һорауға яуап алынды. 

  

Иҫкә алдыҡ, рәхмәт әйттек
Иҫкә алдыҡ, рәхмәт әйттек
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас