Белгестәр билдәләүенсә, Ағиҙел йылғаһы аша автомобиль күпере хәүефле тип һанала. Шуға күрә был күпер 1 марттан ремонтҡа ябыласаҡ тиҙәр. Аэропортҡа илткән юлдағы дүрт һыҙат та 14 февралдән асыласаҡ. Ә яңы өҫтәмә күпер Өфөнән сығыу яғына табан эшләйәсәк.