Даирә
+15 °С
Облачно
Новости
24 Января 2022, 15:23

Башҡортостанда Студент көнөнә арналған саралар булмай — Радий Хәбиров

Башҡортостанда быйыл коронавирус пандемияһына бәйле 25 ғинуарҙа Студенттар көнө уңайынан күп кеше ҡатнашҡан саралар уҙғарылмай, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда Студент көнөнә арналған саралар булмай — Радий ХәбировБашҡортостанда Студент көнөнә арналған саралар булмай — Радий Хәбиров
Башҡортостанда Студент көнөнә арналған саралар булмай — Радий Хәбиров

«Коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдең ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алып, беҙ күмәк саралар ойошторорға ярамай тигән ҡарар ҡабул иттек. Шуға ҡарамаҫтан, студенттарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, күреүегеҙсә, уҙған йылдарҙа юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәр бында ҡалһын өсөн байтаҡ эш башҡарылды, үҙебеҙҙең ғилми-белем биреү үҙәктәрен үҫтереү, кампус йәһәтенән яҡшы перспективалар бар. Ҡәҙерле студенттарыбыҙға уңыштар теләйем», — тине республика етәксеһе.

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас